Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Ғинуар 2021, 22:05

Республикала нисә миллиардер бар тип уйлайһығыҙ?

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә таянып, Өфө ҡалаһы яңылыҡтар баҫмаһы ошо хаҡта хәбәр итә.

Һалым хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан буйынса йыллыҡ килеме бер миллиард һумдан ашҡан граждандар һанын атаған. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала 2019 йылда 10 миллиардер барлыҡҡа килгән. Дөйөм алғанда, улар дәүләткә 70 миллион һум һалым түләргә тейеш.
Шуныһын билдәләп китер кәрәк, был йыл башында 2019 йыл һөҙөмтәләре билдәләнә. Мәғлүмәттәр декабрь аҙағында эшкәртеп бөтөлгән.
Ике йыл элек, 2017 йылғы һалым осоро һөҙөмтәләренә ҡарағанда, юғары килемле ете кеше асыҡланған булған.
Фото: avito.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Respublikala-nis-milliarder-bar-tip-uylay-i-i-624613/
Читайте нас