Урындағы яңылыҡтар
11 Января 2021, 19:45

Аш-һыу оҫтабикәләре Ағиҙелдә икән!

Ағиҙелдәр «Милли кухня көнө» флешмобына әүҙем ҡушылды.

Республикала "2021 Яңы йыл календаре" буйынса 10 ғинуарҙа Милли кухня көнө билдәләнде. Шул уңайҙан "Бәйләнештә" социаль селтәренең "Ағиҙел24" сәхифәһендә тематик флешмоб үткәрелде.
Сараға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡушылды. Тәбикмәк, ҡоймаҡ, ваҡ бәлеш, ҙур бәлеш, ҡыҫтыбый, бауырһаҡ, сәк-сәк, төрлө эслек менән бәлештәр, бирәмәс – нимә генә бешермәй икән Ағиҙел хужабиәләре! Үҙҙәре генә түгел, балаларын да аш-һыуға өйрәтә. Бигерәк тә Яңы йыл табынын матур итеп биҙәгән улар. Бер нисә хужабикә аш-һыу рецепттары менән урталашырға ла иренмәне. Афарин, Ағиҙел оҫтабикәләре!
Читайте нас