Ҡурай
+31 °С
Болотло
Урындағы яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 19:40

Сумыу өсөн махсус урындар булдырыла

19 ғинуарҙа православие динендәге кешеләр төп байрамдарының береһен - Крещениены билдәләй. Улар мәкеләргә, купелдәргә сумыу менән дә билдәләнә. Бындай урындар Өфөнөң һәр районында ла булдырыласаҡ. Бөтәһе керәшен сумыуҙарына ете купель билдәләнгән.

- Дим районының Кустарев күлендә;
- Киров районында - Ағиҙел йылғаһында, “Юность” бассейнынан йыраҡ түгел ерҙә;
- Ленин районында - Нижегородка биҫтәһендәге Ағиҙел йылғаһында;
- Октябрь районында - Сипайлово биҫтәһендәге Ҡариҙел йылғаһында, “Ҡояш яры” пляжы янында;
- Орджоникидзе районында - Ағиҙел йылғаһында, “Биатлон” спорт комплексынан йыраҡ түгел ерҙә;
- Калинин районында - Князев ауылындағы Ҡариҙел йылғаһында;
- Совет районында - Иван Якутов паркындағы Һалдат күлендә.
Һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар, ашығыс ярҙам, полиция һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк. Шулай уҡ һыуға ингәндә уңайлы булһын өсөн мәкеләрҙә баҫҡыстар эшләнәсәк.
Шуны ла иҫтән сығармау мөһим: махсус урындарҙа ғына һыу инеү фарыз, алдан табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Һаулығы насар кешеләргә боҙло һыуға инергә ярамай. Мәкеләр янында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, боҙҙан тороп сумырға, спиртлы эсемлектәр эсергә, эт йәки башҡа хайуандарҙы алып килергә, автотранспортта яҡынларға ярамай.
Руханиҙар билдәләүенсә, боҙло һыуға сумыу - йола, мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл түгел.
18 ғинуарҙа 23.30 сәғәттә мәкеләрҙе асыҡлау йолаһы башҡарыласаҡ. Төнгө 12-нән һуң унда сума башларға була. Эҫе сәй эсеү, туҡланыу өсөн йылы палаткалар 19 ғинуар киске сәғәт 7-гә тиклем эшләйәсәк.
Фото: "Башинформ".
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sumiu-s-n-mahsus-urindar-buldirila-630107/
Читайте нас