Ҡурай
+17 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
13 Января 2021, 07:25

Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы тәьҫир итә

Имбир һәм лимон ҡушылған сихәтле сәй.

Әҙерләү ысулы:

Яҡынса бер ҙурлыҡтағы лимон һәм имбир киҫәген алығыҙ, уларҙы нәҙек итеп турап, банкаға һалығыҙ. Өҫтөнә бер сынаяҡ бал өҫтәп, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнгә тәмле сәй нигеҙе әҙер! Ҡатнашманы һыуытҡыста ике аҙна һаҡларға мөмкин.
Сәй эшләү өсөн сынаяҡҡа ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ, бер аш ҡалағы ҡатнашманы өҫтәгеҙ. Шифалы сәй әҙер!
Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы тәьҫир итә.
Организмдағы алмашыныу процестарын тиҙәйтә.
Мейе эшмәкәрлегенә этәргес бирә.
Һалҡын тейеү сирҙәренә, киҙеүгә ҡаршы ла һөҙөмтәле.
Йүтәл һәм тамаҡ ауыртыуын баҫырға ярҙам итә.

https://vk.com/gazetabashkortostan
Читайте нас