Ҡурай
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 13:33

Яңауылда Дарвин Әхмәҙуллинға күрһәткән батырлығы өсөн рәхмәт хаты тапшырылды

Уның ярҙамы менән янғындан ун ике кеше ҡотҡарылғайны

Уҙған йылдың октябрь айында Яңауылдың Некрасов урамындағы күп фатирлы йорттарҙың береһе янып китә. Шул ваҡытта йорт янында 32 йәшлек Дарвин Әхмәҙуллин була. Ул йәһәт кенә кешеләрҙе ут эсенән сығара башлай.
«Тәүге уй – тиҙ арала балаларҙы урамға сығарырға булды, - тип иҫкә ала Дарвин. - Балкондан хеҙмәттәштәремә ҡысҡырҙым да, был ваҡытҡа улар үҙҙәре йорт янына килеп еткән ине. Балаларҙы күтәргескә ултыртып төшөрөп ебәрҙем һәм ҡалғандарға ярҙам итергә йүгерҙем».
Дарвин Әхмәҙуллиндың ярҙамы менән янғындан ун ике кеше ҡотҡарыла, уларҙың бишәүһе сабый һәм бер оло йәштәге кеше. Дарвин Яңауыл ҡалаһындағы нефть ойошмаларының береһендә кран машинисы булып эшләй.
Ҡыйыу егеткә күрһәткән батырлығы өсөн ҡаланың 109-сы янғын һүндереү часында рәхмәт хаты тапшырылды.
Читайте нас