Йорт Советы рәйесе Валентина Зубарева һөйләүенсә, конкурсҡа әҙерләнгәндә ғаилә тематикаһын үҫтерергә булғандар. Подъезд фойеһы стенаһына парлы ҡоштар һүрәте төшөрөп, “Яңғыҙ йәшәп булмай” тигән девиз яҙып ҡуйғандар. Шулай уҡ стеланарға ағастар, ҡоштар һүрәттәре төшөргәндәр.