Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 18:25

Яңауыл районында ауыл советтары биләмәләрендә йомғаҡлау ултырыштары башланды

Киләсәккә пландар һәм мөһим мәсьәләләр билдәләнә

Ауыл советтары биләмәләрендә йомғаҡлау ултырыштары башланды.Тәүгеләре Ямаҙы, Истәк, Мәсәғүт һәм Иҫке Вәрәш ауыл советтарында үтте.
Сараларҙа Яңауыл районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Ғилмиев, район советы депутаттары, район хакимиәте вәкилдәре, полицияның участка уполномоченныйҙары, ауыл биләмәләре депутаттары һәм активистары ҡатнашты.
Йыйылыштарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары 2020 йылдың эш йомғаҡтары менән таныштырып, киләсәккә пландар һәм мөһим мәсьәләләр билдәләһә, район хакимиәте вәкилдәре был арауыҡта үткән мөһим сараларға, шулай уҡ республика программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙа райондың нисек ҡатнашыуына туҡталды.
Ауыл биләмәләре өсөн мөһим проекттар — биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, социаль әһәмиәткә эйә булған мөһим мәсьәләләрҙе сисеүгә йүнәлтелгән Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы һәм «Аныҡ эштәр» проектына сараларҙа ҙур иғтибар бүленде.
Артабан йомғаҡлау йыйылыштары Һандуғас, Эткенә, Ҡарман, Киҫәкҡайын, Максимов ауыл биләмәләрендә үтәсәк.
Читайте нас: