Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Урындағы яңылыҡтар
14 Февраля 2021, 15:50

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ярышты

Ошо көндәрҙә Борай районында Афғанстандагы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар араһында хәрби-спорт бәйгеһе үтте. Ул Совет һалдаттарының Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл тулыуға бағышланды.

Барлығы 9 команда ҡатнашлыгында үткән был бәйгелә Тәтешле районы вәкилдәре лә бар ине. Хәрби-интернационалистар иҫтәлегенә куйылған монументҡа венок һалыуҙан башланып киткән был сара физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә дауам итте. Командалар уҡтан, пневматик винтовканан атыуҙа, туп ырғытыуҙа көс һынашты, автоматы ҡороп йыйыуҙа оҫталыҡ күрһәтте. Нәтижәлә Тәтешле районы командаһы 2-се урынға лайыҡ булды.
Читайте нас