Бынан 32 йыл элек Афғанстандан совет армияһы ғәскәрҙәре сығып бөттө. Совет ғәскәрҙәре составында 9,5 меңдән ашыу кеше һуғышҡан, уларҙың күпселеге орден-миҙалдар менән наградланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканан 300-ҙән ашыу яҡташыбыҙҙың ғүмере яу ҡырҙарында өҙөлгән. Илебеҙ Афғанстанда 15 меңдән ашыу һалдат-офицерын юғалтты.
Ошо көндө хәтерләп, Ағиҙел ҡала музейында ветеран яугир-интернационалистар менән осрашыу үтте. Музей мөдире Әлфиә Дәүләтова экспозициялар менән таныштырҙы. Стендтарҙы яңыртыр өсөн, ветерандарҙы фотоға төшөрҙө. Аҙаҡ ветенадар осрашыуҙарында төшөрөлгән фотоларҙан презентация ҡаранылар. Сит илдәрҙә интернациональ бурысты үтәп, һәләк булып ҡалған совет һалдаттарын тынлыҡ минутында хәтергә алдылар.
Осрашыу бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.