Шул ваҡыт хужалар картуф араһында йыланды шәйләп ҡалалар. Ҡоттары осоп, муниципаль янғын һағы хеҙмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр.
“Выбор” гәзите хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусылар килгәндә йылан биҙрәнән сығып, аяҡ-кейеме кәштәһенә менеп “ҡунаҡлай”.
“Йылан ағыулы булып сыҡты. Янғын һүндереүсе Илһам Мусин махсус кейемдә, яраҡлаштырылған ҡорал менән, бөтә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен күҙәтеп “саҡырылмаған ҡунаҡ”ты фатирҙан алып сыҡты”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Күрәһең йылан һыуыҡтан һаҡланып, баҙға төшкән һәм уны картуф менән бергә йортҡа алып ҡайтҡандар.
Фото: Салауат ҡалаһының муниципаль янғын һағы хеҙмәтенән.