Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 22:45

Вуздарҙы берләштереү - заман талабы

Башҡортостанда ике юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү тураһында һүҙ бара. Был мәсьәлә йәмғиәттә ҙур ғына бәхәстәр тыуҙырып та өлгөрҙө. Бөгөн “Коммерсантъ-Башҡортостан” баҫмаһы ошо темаға арналған ҙур матбуғат конференцияһы ойошторҙо һәм күп һорауҙарға яуаптар табырға тырыша.

Ютуб каналында тура эфирҙа барған был конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, был уҡыу йорттары ректорҙары, профессорҙары һәм башҡалар ҡатнаша.
Вице-премьер Азат Бадранов был ҡарарҙың ни өсөн кәрәклеген аңлатты. Уның белдереүенсә, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге рейтингтарға инеү өсөн беҙҙең вуздарға яңырырға, үҙгәрергә кәрәк.
– Вуздарға тамырынан үҙгәрергә кәрәк. Улар СССР осоронда планлы иҡтисад сиктәрендә барлыҡҡа килгәндәр. Шул саҡтарҙан илдә 700-800 вуз ҡалды. Тик 2000 йылдар күрһәтеүенсә, был юғары уҡыу йорттары әлеге баҙар иҡтисадына ярашлы түгел. 2010 йыдарҙа илдә федераль университеттар булдырыу программаһы башланды, тик ул әле тамамланған. Ни өсөндөр Башҡортостан ул саҡта был программала ҡатнашмай. Ректорҙар теләмәгәндер. Башҡалар иһә был саҡта үҙ вуздарын ресурстар менән тулыландарҙы. Ә беҙҙекеләр ҙур булмаған килем менән хушһынды. Һөҙөмтәлә, студенттар беҙҙән китә башланы. Сығарылыш уҡыусыларының яртыһына тиклем башҡа төбәктәргә китә. Эйе, уҡыусыларыбыҙ олимпиадаларҙа еңә, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, тик беҙҙән китәләр. Республикабыҙ студенттарҙы ситкә ебәрмәһен, киреһенсә, башҡаларҙы йәлеп итеүен теләйбеҙ. Был ҡарар көнүҙәк булғаны өсөн ҡабул ителә, – тине ул.
Билдәле булыуынса, йәмғиәттә был мәсьәлә ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Азат Бадранов фекеренсә, берләшеүгә ҡаршы булған ихтирамлы кешеләр, ғалимдар үҙ ваҡыты сиктәрендә фекер йөрөтә. Ә беҙгә бөгөнгө менән, алға ҡарап йәшәргә кәрәк.
Фото: скриншот.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Vuzdar-i-berl-shtere--zaman-talabi-683125/
Читайте нас: