Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалыуҙа университеттың “Ватан” эҙәрмәндәр клубына берләшкән студенттары ла ҡатнашты. Уларҙың тантаналы йөрөшөнә БДУ-ның Ветерандар советы рәйесе, отставкалағы подполковник Николай Афанасьев менән тәрбиә эше буйынса идаралыҡ етәксеһе Венера Моратова етәкселек итте.
Александр Матросов һәйкәле эргәһендәге митингты Өфөләге Киров районының хәрби комиссары Ю.Н. Алферов асты. Ҡотлау һүҙҙәре менән райондың хакимиәт башлығы Илвир Нурдәүләтов, Ветерандар советы рәйесе Марс Әбдиев, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны.
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Studenttar-mitingka-si-ti-687801/