Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 00:50

Телебеҙҙе танытҡан журналистар һәм блогерҙар билдәләнде

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт халҡының бөгөнгөһөн киңерәк танытыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурстың икенсе айына йомғаҡ яһалды.

Белеүебеҙсә, был бәйге Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан булдырылып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә ойошторола.
Был конкурс биш этапта үтә һәм һәр айҙа бишәр еңеүсе билдәләнә. Улар 10000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Шулай итеп, икенсе айҙың еңеүселәре:
  1. Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Яҡшығолова – "Башҡортостан" гәзитендә башҡорт телендә сыҡҡан сканвордтар шәлкеме;
  2. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина – “Бәйләнештә” социаль селтәрендә алып барған “Ғәжәп донъя” төркөмө;
  3. Владлен Иосифович Окунев – башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятҡан DAMDAM бренды;
  4. Рәлиә Рәшит ҡыҙы Йәһүҙина – “Инстаграм” селтәрендә алып барған сәхифәһе;
  5. Ансар Әнүәр улы Нуретдинов – “Юбилярға Википедия бүләге” проекты өсөн.
  6. Еңеүселәргә бүләктәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды рәйесе Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова тапшырҙы.
    Еңеүселәр араһында коллегабыҙ – “Башҡортостан” гәзите журналисы Гөлдәр Яҡшығолованың да булыуы – беҙҙең өсөн икеләтә шатлыҡлы. Уны лайыҡлы еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
    https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Telebe-e-tanit-an-gurnalistar--m-bloger-ar-bild-l-nde-687530/
    Читайте нас: