Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
22 Февраль 2021, 23:03

Яҡшы белгескә - яҡшы баһа

19 февралдә Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитетының 2020 йыл йомғаҡтарына бағышланған коллегияһында Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлағының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Эдуард Йосопов Дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Бындай бүләккә ул намыҫлы хеҙмәт, республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, шулай уҡ профессиональ өлкәлә өлгәшкән юғары ҡаҙаныштар өсөн лайыҡ булды.
“Вазифаһын күптән түгел башҡара башлаһа ла, Эдуард Хәким улы үҙен эшен яҡшы белгән, еренә еткереп эшләгән юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтте”, - тип яҙҙы ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов социаль селтәрҙәрҙә.
Фотола Эдуард Йосопов - уртала.
Читайте нас: