4 мартта Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин эш сәфәре менән Яңауыл районына килде.
Парламентарийҙың эш маршруты лицейҙан башланды – бында ул уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән осрашты.
Рафаэль Мәрҙәншин сығарылыш класс уҡыусыларына депутат вазифаһы хаҡында бәйән итте, һуңынан ул егет һәм ҡыҙҙарҙы Дәүләт Думаһына экскурсияға саҡырҙы.
Парлмаментарий шулай уҡ 4-се мәктәптә һәм Яңауыл үҙәк район дауаханаһында булып китте.