Быйылға яҡынса күҙаллауҙар тураһында республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау идаралығы начальнигы Вилора Горохольская һөйләне.
Уның белдереүенсә, бөгөнгә хәлдәр шундай: Ағиҙелдең көҙгө дымланыуы норма кимәлендә, Ағиҙел бассейнының ҡышҡы дымлылығы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 20-50 процентҡа юғарыраҡ, Ағиҙел йылғаһы бассейнының тупрағы туңыу тәрәнлеге 63-66 сантиметр тәшкил итә, был уртаса күрһәткестән 5-15 сантиметрға юғарыраҡ, Ағиҙелдә һәм Павловка һыу һаҡлағысында боҙ ҡалынлығы норма кимәлендә.
Дим йылғаһында ҡар япмаһындағы һыу запасы 15 процентҡа норманан ашыу, Буй йылғаһында – 30 процентҡа кәмерәк, ә Ағиҙелдә күрһәткестәр күп йыллыҡ норма тирәһендә.
– Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк көтөлә. Әммә максималь кимәлде үткән саҡта тау һәм ялан йылғалары янында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал, сөнки унда һыу тиҙ килә, бының өсөн бер-ике көн етә, – тине Вилора Горохольская.
Идаралыҡ начальнигы белдереүенсә, март аҙағына тиклем көндәр һалҡын торасаҡ, ни бары ағымдағы аҙна аҙағында бер ни тиклем йылытыу буласаҡ. Был йылытыу ҡыҫҡа ваҡытҡа, артабан йәнә -5, -10 градуслыҡ һалҡындар көтөлә.
Яҙғы ташҡын буйынса анығыраҡ мәғлүмәттәр 25 мартҡа ҡарай билдәле буласаҡ. Улар тураһында яңынан һөйләшеү буласаҡ.
Оператив кәңәшмәлә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкилдәре лә сығыш яһаны. Был ведомстволар һыу ташыуҙың теләһә ҡайһы ағышына ла бөгөндән әҙер тора.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Biyil-tash-in-nind-y-bulir-716449/