Ҡурай
+29 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
18 Марта 2021, 09:44

Яңауыл балалар баҡсаһы — республика конкурсы призеры

Мәғариф учреждениеһы шулай уҡ аҡсалата премия алды

“Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы мәғариф учреждениеһы” республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса 10-сы “Чебурашка” балалар баҡсаһы (мөдире Л.В. Ғабдрахманова, башланғыс профсоюз ойошмаһы рәйесе И.И. Шәүәлиева) 3 урын яуланы, тип хәбәр иттеләр 17 мартта мәғариф идаралығынан.
Белем биреү учреждениеһы РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы дипломына, шулай уҡ 5 мең һум күләмендә аҡсалата премияға лайыҡ булған.
Ҡотлайбыҙ!
Фото: Яңауыл районы мәғариф идаралығынан.
Читайте нас