Сара “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә саф һауала үтте. Унда райондың 14 ойошма һәм предприятиеһы, шул иҫәптән ауыл биләмәләре лә ҡатнашты. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов сәләмләне.
Ярыштар башланыр алдынан коронавирус инфекцияһы таралған ваҡытта ярҙамлашҡан волонтерҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте, унан спорт фестивале старт алды. Алты кешенән торған һәр команда сәләмләү әҙерләгәйне.
Фестивалдең программаһы бай йөкмәткеле ине. Конкурстар башланыр алдынан бөтә ҡатнашыусылар ҙа йылыныу өсөн “Йәшлек” комплексы тирәләй йүгереп алды. Унан йәштәр дартс, арҡан тартыу, гер спорты һәм күңелле старттарҙа көс һынашты. Көйәрмәндәр һәм спортсылар өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре вокал һәм бейеү номерҙары әҙерләгәйне.