Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Март 2021, 16:22

Яңауыл уҡыусылары Бөрө медицина-фармацевтика колледжы вәкилдәре менән осрашты

Өлкән класс уҡыусыларын Асыҡ ишектәр көнөнә саҡырҙылар

23 мартта И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияла өлкән класс уҡыусыларының Бөрө медицина-фармацевтика колледжы вәкилдәре менән осрашыуы үтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар был уҡыу йорто тураһында тулы мәғлүмәт алды.
Ҡунаҡтар егет һәм ҡыҙҙарға шәфҡәт туташы, фельдшер, акушерка, фармацевт һөнәрҙәре тураһында аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне, шулай уҡ уҡыуҙан тыш эшмәкәрлек менән таныштырҙылар һәм видеофильм күрһәттеләр.
Әйткәндәй, Яңауыл уҡыусыларын 27 мартта үтәсәк Асыҡ ишектәр көнөнә саҡырҙылар.
Читайте нас