Артур һәйләүенсә, Фәнис Яфас улы уны үткән йылдың декабрендә үк осрашыуға саҡыра. Баҡһаң, 3ала хакимиәте башлығы Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты һәм UTV телеканалы төшөргән «Бетон түгел, кешеләр. Үлә башлаған ҡалала әүҙемлек» тип аталған фильмды ҡараған икән. Был фильмда Артур ҡалала үткән бала сағы һәм ни өсөн Ағиҙелдән киткәнен һәйләй. Артур әйткән төп фекер: хәҙерге заман ҡалаларының төп байлығы - ижади потенциалы булған, ҡала иҡтисадын күтәрә алырлыҡ кешеләр икән. Ошо фекер менән ризалашып, ҡала етәксеһе Артурҙы креатив индустрия буйынса кәңәшсе булырға тәҡдим итә, һәм йәш кеше икеләнмәйенсә, тәҡдимде ҡабул итә. Үҙенең пландары менән урбанист әлегә уртаҡлашмай, әммә уларҙың күп булыуына шик юҡ.