БУҒА
Эштә тыныс осор көтөлә. Карьера һәм аҡса йәһәтенән яҡшы аҙна. Ә бына шәхси мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Дуҫтарығыҙҙы тәнҡитләргә ашыҡмағыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Хәүефле, уйланылмаған аҙымдарҙан баш тартығыҙ. Ҙур эштәргә лә тотонмай тороғоҙ. Әле һеҙ ваҡ-төйәк мәшәҡәтте лә хәл ителмәҫлек проблема тип ҡабул итәһегеҙ. Асылда иһә, борсолорға урын юҡ.
ҠЫҪАЛА
Эштә мөһим бурыс йөкмәтерҙәр, моғайын. Һәләтегеҙҙе күрһәтергә ваҡыт. Ауыр мәлдә хеҙмәттәштәрегеҙҙән ярҙам һорарға уңайһыҙланмағыҙ. 28-29 мартта алданыу хәүефе бар.
АРЫҪЛАН
Был аҙнала үҙегеҙҙе бер урында тапанғандай хис итерһегеҙ. Ғәҙәти йәшәү рәүешенә үҙгәреш индереүҙән ҡурҡмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалырға ваҡыт.
ҠЫҘ
Әүҙем эш аҙнаһы көтөлә, шуға күрә һәлкәүлеккә юл ҡуймағыҙ. Ҡасандыр ярҙам күрһәткән кеше һөнәри эшмәкәрлек йәһәтенән булышлыҡ итер. Бик ҡыҙыҡлы кешене осратырһығыҙ, тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер.
ҮЛСӘҮ
Аҙнаны шәхси тормошҡа арнарһығыҙ. Эштә етәксе нимәгәлер зарланһа ла, иғтибар бирмәҫһегеҙ. Эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ, ул һеҙҙе хәүефтән һаҡлар. Аҡса мәсьәләһендә отошло килешеү тәҡдим итерҙәр.
САЯН
Маҡсатҡа өлгәшеүҙә дәрәжәле кешеләр ярҙам итер. Тәүәккәллек һәм әүҙемлек ыңғай һөҙөмтәһен оҙаҡ көттөрмәҫ. Ял көндәрендә өйҙәгеләр менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүе ихтимал.
УҠСЫ
Ихлас күңелдән һөйләшеү, аралашыу теләге тыуыр. Психолог кәңәшенә ихтыяж тыуыр, бәлки. Эштә көтмәгәндә тикшереү менән килеүҙәре ихтимал. Уның һөҙөмтәһе буйынса матди бүләкләүҙәре мөмкин.
ЫЛАҠ
Был аҙнала борсолорға урын юҡ – тормоштоң бөтә өлкәләрендә уңыш көтә. Иң мөһиме – дүшәмбенән фекерҙе тупларға һәм ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә. Мул ғына аҡса кереме булыр, моғайын.
ҺЫУҒОЯР
Иң изге теләгегеҙ бармы? Был осорҙа ул мотлаҡ үтәлер. Әҙер проект өсөн бағыусылар барлыҡҡа килер, мөхәббәтегеҙҙе осратырһығыҙ. Яңы танышлыҡтарҙан баш тартмағыҙ – файҙаһы тейер.
БАЛЫҠ
Һөнәри эшмәкәрлектә уңышлы осор. Күп көс һәм тырышлыҡ һалып башҡарған эшегеҙ уңышлы тамамланыр. Үҙегеҙ хаҡында белдерергә ваҡыт. Юлда һәм спорт менән шөғөлләнгәндә һаҡ булығыҙ.