Урындағы яңылыҡтар
30 Марта 2021, 05:30

Анапаға тиклем... велосипедта. Һәм кирегә — шулай уҡ!

Яңауылдан Вадим Ғилфановтың онотолмаҫ йәйе

Ҡыш көнө Яңауыл районында кайтинг? Еңел!
Яңауыл эшҡыуары Вадим Ғилфанов, элек совет осоро гәзиттәрендә яҙылғанса, “тиктормаҫтар тоҡомо”нан. Төркиәлә уңайлы шарттарҙа ял итеүгә ҡарағанда, ул экстремаль ялды хуп күрә. Бына бер нисә йыл дауамында ул даими рәүештә кайтсерфинг менән шөғөлләнә йәки Вадим үҙе уны кайтинг тип атай. Был ябай ғына әйткәндә, таҡтала һауа йыланы һәм, билдәле, ел көсө ярҙамында шыуыу. Әйткәндәй, ул шулай итеп ҡыш көнө тыуған Яңауылында шыуа. Вадим үҙе билдәләүенсә, районыбыҙ шундай матур, башҡа ерҙә матурлыҡ эҙләп йөрөйһө лә түгел.
Яңауылдың матурлығын Вадим ишетеп кенә түгел, күреп тә белә. Уның тағы ла бер шөғөлө бар, ул да булһа — велосипед спорты. Өҫтәүенә, дистанциялар һиҙелерлек алыҫ булырға тейеш. Әйтәйек, велосипед миҙгелендә ул аҙна һайын тиерлек (мөмкинлек булғанда, әлбиттә) үҙенең “тимер ат”ында Нефтекамаға тиклем бара һәм кире әйләнеп ҡайта. Вадимдың велосипеды икәүһәм икеһе лә сыҙамлыҡҡа ваҡыт һәм ара менән һыналған: икеһе лә илебеҙҙә етештерелгән “Стелс” һәм “Джи Ти” велосипедтары. Бына һуңғыһында ул үткән йыл Анапаға (!) тиклем барған! Унан, Ҡара диңгеҙ ярынан, велосипедына ултырып, кирегә тыуған яғына ҡайтып киткән. Дөйөм алғанда, Вадим 7600 километрға яҡын юл үткән. Иҫ китерлек һандар!
Анапа, көт!
Вадим был сәйәхәткә оҙаҡ — бер йылға яҡын әҙерләнгән. Интернеттан кәңәштәр эҙләгән, өйрәнгән, шөғөлләнгән, велосипедына техник хеҙмәтләндереү үткәргән. Үҙең менән кәрәкле әйберҙәрҙе генә алырға кәрәк — артыҡ килограмдың һис кәрәге юҡ. Йылы кофта алып, уның һис кәрәге сыҡмауын Вадим үҙе лә йылмайып иҫкә ала. Үткән йәй бит бик эҫе килде. Төн ҡунғанда иң мөһиме — һыулы ер һайлау.
Вадим сәйәхәткә 1 июндә ҡуҙғала. Кәрәк-яраҡтарҙан тыш, төнөн йоҡлар өсөн, әлбиттә, палатка ла алған. Ә “тимер ат”ына кәрәкле запчастәргә килгәндә, ул бары тик сылбыр ғына ала, сөнки тәжрибәле велосипедсы булараҡ, сылбырҙың ныҡлығы 1,5-2 мең километрға ғына еткәнлеген яҡшы белә. Шуны ла әйтергә кәрәк: шундай алыҫ дистанцияла ул ҙур ватылыуҙарһыҙ йөрөп ҡайта.
Юлда
Сәйәхәтсебеҙ Башҡортостандың көньяғы, Ырымбур өлкәһе аша юл башлап ебәрә. Унан Һамар ҡалаһы, Волга йылғаһы буйлап китә. Шулай, Рәсәйҙең төп йылғаһы күренештәре менән һоҡланып, ул педалдәрҙе Һарытауға тиклем әйләндерә. Артабанғы ҙур ҡала — Волгоград. Вадим был легендар ҡалала тағы ла бер күптәнге үҫмер хыялын тормошҡа ашыра — Мамай ҡурғанына бара. Ә тәьҫораттар — иҫ киткес!
Кешелек тарихында иң бөйөк алыштарҙың исемен йөрөткән Волгалағы ҡаланан һуң, ул турынан-туры Азов диңгеҙенә тиклем бара. Был тура юл— 700 километрҙан артыҡ (Дондағы Ростов аша велосипедсылар өсөн бик уңайлы). Машинала барғанда бихисап ҡыҙыҡлы урындарҙы күрмәй ҡалырға мөмкин, ә велосипедта — бөтөнләй башҡаса: тегеһе лә иғтибарҙы йәлеп итә, быныһы ла. Шуға ла Вадимдың сәйәхәте ай ярымға яҡын дауам иткән.
Серфинг, тауҙар, ҡайтыр юл
Виндсерферҙарҙың “Мәккә”һе Должан толомонда ул июль урталарында була. Бында, Азов диңгеҙе ярында, ул үҙенең серфинг менән мауығыуына ирек бирә, күп кенә ғәжәйеп фекерҙәштәре менән таныша. Унан диңгеҙ буйлап көньяҡ йүнәлештә Анапаға, Благовещен станицаһына тиклем бара. Сукко ауылында була, кипарис сауҡалығы менән һоҡлана.
... Иң онотолмаҫ, мауыҡтырғыс йәй аҙағына ла яҡынлаша. Ә Вадим Ғилфановтың сәйәхәте аҙағына яҡынлашмай әле, сөнки алда — ҡайтыр юлы. 17 көн эсендә ул тегендә-бында әллә нитуҡталмай ғына, икенсерәк маршрут менән ҡайта.
13 августа юлланып, Вадим Яңауылға 30 августа ҡайтып төшә. Үҙе әйтмешләй, көҙ башланғансы ҡайтып өлгөрә.
Һүҙ аҙағында
Вадим әйтеүенсә, “велосипед ябайыраҡ булған һайын, яҡшыраҡ”. Был шулай аңлатыла: “текә велосипед”ҡа запчастәр табыу ауыр, әгәр ҙә юлда ватылһаң, ә алдағы мегополисҡа тиклем бер нисә йөҙләп километр булһа, бик ҡыйынға тура килә.
Әлбиттә, ағымдағы йылға ла Вадимдың пландары ҙурҙан, сираттағы велосипед миҙгеле асылыуға ла күп ҡалмаған. Был юлы сәйәхәтенең ҡайҙа һәм ниндәй “формат”та буласағын теүәл генә белмәй ул. Бәлки ул Байкал булыр. Бәлки, Алтай. Бәлки Эльбрус. Ваҡыт күрһәтер!
Автор Илдар Шәрипов
Читайте нас