Урындағы яңылыҡтар
1 Апреля 2021, 07:52

Балалаларҙы ҡоштар тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтәләр

Бөгөн — Халыҡ-ара ҡоштар көнө

Яңауыл районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында Халыҡ-ара ҡоштар көнөнә арналған саралар үтә, ул бөгөн, 1 апрелдә билдәләп үтеләсәк. Был көн бер ҙә юҡтан ғына һайланмаған, сөнки ҡоштар тыуған яҡтарына нәҡ март аҙағы һәм апрель башында ҡайта.
“Был аҙна күсмә ҡоштарға бағышланған. Балалар ҙур теләк менән һүрәттәр төшөрә, пластилиндан әүәләй, аппликациялар яһай, ҡанатлы дуҫтар тураһында йомаҡтар сисә, уларҙың тауыштарын ишетәләр”, — тип хәбәр иттеләр мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре.
Фото: мәғариф идаралығынан.
Читайте нас