Шулай итеп, хәҙер 13 01 телефон номерын хәтерләүгә еңелерәк булған берҙәм түләүһеҙ 122 номерына үҙгәртәсәктәр.
Ведомство вәкилдәре вәғәҙә итеүенсә, көтөү ваҡыты бер минуттан да артмаясаҡ. Яңы номерға иртәнге сәғәт 8-ҙән 19 сәғәткә тиклем табипты өйгә саҡыртыу, консультацияға яҙылыу, вакцина яһатыу мәсьәләләре буйынса шылтыратырға мөмкин.
Унан тыш, был ғәмәлдәрҙе башҡа ысулдар менән дә башҡарырға мөмкин: белгестәргә регистратурала, табипта ҡабул ителгән ваҡытта, телефон, интернет, мәғлүмәт киоскылары аша ла яҙылырға була.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tabip-a-ya-iliu-telefoni--g-r-741940/