Урындағы яңылыҡтар
6 Апреля 2021, 17:18

Ағиҙелдә «Ҡатын-ҡыҙ ғали йәнәптәре» кисәһе үтте

Ағиҙел ҡалаһы үҙәк китапханаһында инде ун йылдан артыҡ “Һөйләшәйек ихлас йөрәктән” клубы эшләп килә. Ул ҡаланың өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерә. Клубта ай һайын тематик кисәләр үтә. Апрель айында үткән кисәнең темаһы – “Ҡатын-ҡыҙ ғали йәнәптәре”.

Кисәгә йыйылыусылар Ағиҙел ҡалаһы үҫешенә күп көс һалған ҡатын-ҡыҙҙар – алдынғы уҡытыусылар Татьяна Поспелова, Фәүзиә Фәррәхова, табип Кафия Рузиева, мировой судья Миләүшә Ғатауллина – менән осрашты. Психолог Гүзәл Шахмина сараға килеүселәрҙе тыныслыҡ һәм бәхет тулҡынына көйләне.
Автор-башҡарыусы Наилә Кәримова Ағиҙел тураһында яңы йырын башҡарҙы. Татьяна Поспелованың ейәне Злата Холбан иптәше Радмила Сайфутдиарова менән өләсәһенә һәм ҡунаҡтарға наҙлы йыр бүләк итте.
Йола буйынса кисә аҙағында сәй табыны ойошторолдо, йыр-моң, бейеү һәм уйындар дауам итте.
Читайте нас