Ҡурай
+5 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Апреля 2021, 07:56

Ир-егеттәр сыҡты алышҡа

Краснокама районы үҙәгендәге “Кама буйы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында өлкән йәштәге ир-егеттәр араһында үткән спорт фестивалендә шахмат-шашкала, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыуҙа һәм дартста көс һынаштылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фестивалдә барлыҡ 14 ауыл биләмәһенән дә ике кешенән торған команда ҡатнашты.
Баскетбол кәрзиненә туп ырғытыуҙа Никольск ауыл биләмәһенән Александр Алынбәковҡа етеүсе булманы. Ҡарый ауыл биләмәһенән Сәүбән Йыһаншин 2 урын яуланы. 3 урын Яңы Ҡабандан Камил Сәйетовҡа бирелде.
Сәүбән Йыһаншин үҙен оҫта шашка уйнаусы булараҡ та күрһәтте һәм 1 урын яуланы. Был төр бәйгелә 2 һәм 3 урындарға Николо-Березовканан Валерий Латыпов һәм Ҡуяндан Камил Дәүләтшин лайыҡ булды.
Дартста 1 һәм 3 урындарҙы Сауыҙбаш ауыл биләмәһенән Рамай Ғәбсәләмов менән Рауил Кәримов алды. Мүзәктән Владимир Шапаев — 2 урында.
Шахмат бәйгеһендә призлы урындарҙы Яңы Ҡабандан Флер Шәйхәйҙәров, Сауыҙбаштан Рауил Кәримов һәм Арландан Анатолий Титов яуланы.
Читайте нас