Яңауылдың көнъяк өлөшөндә урынлашҡан “Ислам” мәсетендә әлеге ваҡытта ремонт эштәре әүҙем бара. Иман йорто тышҡы яҡтан да, эске яҡтан да ремонтлана. Шул уҡ ваҡытта мәсет ҡапҡалары дин тотоусылар өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Әйткәндәй, күптән түгел бирелә мәжлес тә үтте.
Осрашыуҙа киләсәк һәм мәңгелек — Рамаҙан айы башланыуы тураһында фекер алыштылар. Был һөйләшеү уҡыусылар класында үтте, әлеге ваҡытта унда ремонт эштәре бармай.
— Ремонт эштәренә килгәндә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан тыш, урындағы мосолмандар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Сирин Шәйәхмәтов һәм Диләрә Камалетдинова түшәм төҙөү өсөн аҡса бүлеп бирһә, Байрам Ғадиров йүнәлткән оҫталар был эш менән шөғөлләнә. Эшҡыуар Салауат Ниғмәтуллин да ремонт эштәренә ҡушылған.
Илшат Ҡаҙыев менән Дамир Солтанов электр уты үткәрә. Ә тәҙрәләрҙе төҙөкләндереү менән Илдар Мәхмүтов шөғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, халыҡ мәсетен халыҡ көсө менән тергеҙәбеҙ. Беҙ, мосолмандар өсөн был оло ҡыуаныс, — тине Яңауыл районы ахуны Ибраһим хажи хәҙрәт Әбйәлитдин.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәйҙә йыл да 13 апрелдә Меценат һәм хәйриәселәр көнө билдәләнә. Петербургта барлыҡҡа килгән был көн дәүләт байрамы булмаһа ла, бөгөн ул социаль партнерлыҡта ҡатнашыусыларҙы бөтә Рәсәй буйынса берләштерә. Шуныһы ҡыуаныслы: был сараның беҙҙең районға ла туранан-тура ҡатнашлығы бар. Яңауылдар төрлө саралар үткәреүҙә, спортсмендар, артистар менән осрашыуҙар ойоштороуҙа ярҙам итә. Һәм район халҡы ауыр тормош хәлендә ҡалған яҡташтарын, янғын булһынмы ул йәки етди сирме, ярҙамһыҙ ҡалдырмай.