Райондың 12 ғаиләһе торлаҡ сертификатына эйә булды. Субсидияның дөйөм суммаһы 10 миллиондан ашыу тәшкил итә. Сертификат аҡсаһы “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан, уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһына ярашлы бүленгән. Субсидияны торлаҡ һатып алыуға, ипотека түләүгә һ.б.ҡулланырға мөмкин.