Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 20:40

Ағиҙелдә шахмат турниры үтте

Ағиҙел ҡалаһы ветерандар Советында Бөйөк Еңеүгә бағышланған шахмат турниры үтте.

Турнирҙа кескәйҙәр һәм өлкәндәр ҡатнашты: Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсылары, пенсионерҙар, ҡатын-ҡыҙҙар. Турнирҙы ветерандар Советы рәйесе Марсель Усманов ойошторҙо. Ул шахмат уйнаусыларҙы яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотлап, тыныслыҡ, именлек, таҙалыҡ теләне.
Һәр ҡатнашыусы йәрәбә буйынса 11 партия уйнаны, иң күп балл йыйығандар еңеүсе һәм призерҙар тип танылды. Улар миҙалдар, грамоталар, бүләктәр алды. Ә турнир Кубогы эйәһе пенсионер Александр Новиков булды.
Светлана Яхина фотоһы.
Читайте нас