Ҡурай
+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Урындағы яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 17:09

Яңауылда Таҙалыҡ аҙнаһы үтә

Район май байрамдарын ҡаршы алырға әҙерләнә

Яңауыл яҡынлашып килгән май байрамдарына әҙерләнә, үҙ халҡының тырышлығы менән матурлана. 21 апрелдә, ғәҙәттәгесә, Таҙалыҡ көнө үтте. Япраҡ, сүп-сар йыйыштырыуға 48 хеҙмәт коллективы сыҡты, был — барлығы ярты меңгә яҡын кеше. Уларға “ЯнаулБлагоустройство”, “ЯнаулВодоканал”, “Башкоммунэнерго”, “УК Управдом” йәмғиәттәре тарафынан бүленгән алты берәмлек техника ярҙам итте. Халыҡтың күп өлөшө ҡаланың үҙәк — Азин урамын, ҡала паркын һәм ял паркын таҙартыуға йәлеп ителде.
Ә иртәгә — район, шулай уҡ бөтә республика буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтәсәк. 850-ләп ҡайын, нарат һ.б. ағас үҫентеләрен ултыртыу планлаштырыла. Төп эш Эткенә быуаһы биләмәһендә (“Нефтяник” баҡсасылыҡ ширҡәтенән алыҫ түгел урынлашҡан), Некрасов (велороллер трассаһы эргәһендә), Әйләнеп сығыу һ.б. урамдарҙа ойоштороласаҡ.
Өмәләрҙә ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашасаҡ. Мәҫәлән, Истәк ауыл биләмәһендә аллея булдырырға теләйҙәр. Ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә күп нимә һауа шарттарына бәйле булыуын да билдәләйҙәр Район ауылдарында бөтәһе 600-ҙән ашыу төрлө ағас үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла. Үткән йылда ултыртылып, үҫеп китә алмаған ағастар урынына яңынан үҫентеләр ултыртыу ҙа башҡарыласаҡ.
Билдәле, бындай өмәләр, күләмле төҙөкләндереү саралары, май айында ла үтәсәк. Атап әйткәндә, 3 майҙа Хәтер көнө ойоштороласаҡ.
Читайте нас