Ҡурай
+10 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
28 Апреля 2021, 11:07

Яңауылда фонтан территорияһын Роялти алмағастары биҙәне

Нефтселәр ярҙам итте

Яңауылда “Йәшел Башҡортостан” дөйөм республика акцияһы дауам итә. Шулай, 27 апрелдә үҙәк фонтан территорияһында Роялти сортлы алмағастар — үҫентеләр ултыртылды. Акцияға “Башнефть” йәмғиәте вәкилдәре лә ҡушылды.
Ағас ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, “Башнефть-нефть сығарыу” йәмғиәтенең Краснохолм төбәк нефть һәм газ сығарыу начальнигы Владимир Беляев ҡатнашты. Барлығы алты декоратив пурпур алмағас — эре ағас ултыртылды. Акцияла ҡатнашыусылар ҡала халҡының ағастарға һаҡсыл ҡарашта булырына ышаныс белдерҙе. Оҙаҡламай алмағастар яңауылдарҙы һөйөндөрәсәк.
Читайте нас