Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡазан мәктәбендә атышта һәләк булған балаларҙың туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.
“Президент енәйәтсе ҡулынан һәләк булған балаларҙың туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша”, — тине журналистарға шишәмбе көндө дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков, тип хәбәр итте 11 майҙа ТАСС.
Ул билдәләүенсә, “Путин яраланған мәктәп уҡыусыларына тиҙерәк һауығыуҙарын теләй”.
“Президент бөгөн Мәскәүҙә, Кремлдә эшләй. Әлбиттә, ул Ҡазан буйынса элемтәне көн буйына дауам итәсәк. Хәҙер иң мөһиме — зыян күреүселәргә ярҙам итеү. Президент Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән дә, Мәғариф һәм фән министрлығы менән дә, хөкүмәт менән дә, махсус хеҙмәттәр етәкселәре менән дә һөйләшеүҙәрҙе дауам итәсәк”, — тип хәбәр итте Песков.
Владимир Путин зыян күргән, яраланған балаларҙы медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, шулай уҡ психологик ярҙам күрһәтергә, һәләк булыусыларҙың туғандарына кәрәгенсә ярҙам итергә хөкүмәткә йөкләмә бирҙе.
Фото: Алексей Дружинин/РФПрезиденты матбуғат хеҙмәте/ТАСС.