Ҡурай
+11 °С
Облачно

Путин фекеренсә, халыҡтың Омск өлкәһенән күсенеп китеүе йәшәү шарттарына бәйле

Президент халыҡтың төбәктән китеүен климат шарттары менән бәйләмәне, сөнки унда климат “Краснодар крайындағы кеүек тиерлек”, тип билдәләне ул.

Омск өлкәһенән халыҡтың китеүе был төбәктәге йәшәү дәрәжәһенә бәйле, ә климат шарттары буйынса ул “Краснодар крайы кеүек тиерлек”— РФ Президенты Владимир Путин шаршамбыла Кремлдә Омск губернаторы Александр Бурков менән осрашыуында шундай фекер еткерҙе.
Төбәк башлығы Омск өлкәһенең иң төп проблемаларының береһе халыҡтың инде ике тиҫтә йылға яҡын күсенеп китеүе икәнлеген әйтте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы өс йылда ғына 35 меңгә яҡын кеше киткән.
“Бында ғәжәпләнерлек бер нәмә лә юҡ, әлбиттә, был күренеш йәшәү шарттарына бәйле”, — тип билдәләне Путин. “Әммә климатик, тәбиғи шарттар буйынса, белгестәр билдәләүенсә, Омск өлкәһе Краснодар крайы, Орел өлкәһе — яҡынса шундай төбәктәр — кеүек”, — тип өҫтәне Президент.
Губернатор Омск өлкәһенең климатик шарттары яҡшы булыуы менән килеште. “Ҡояшлы көндәр буйынса беҙҙә Краснодар крайындағы кеүек”, — тип билдәләне Бурков.
Төбәк башлығы сик буйы территорияларын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса федераль программа булдырырға тәҡдим итте. Был йәшәү дәрәжәһе түбән булыу сәбәпле, халыҡтың китеүен кәметергә төбәктәргә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр ителә Рәсәй Президенты сайтында баҫтырылған осрашыу стенограммаһында.
Фото: Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми сайтынан.
Читайте нас