Ҡурай
+28 °С
Облачно

Яңауыл ҡалаһы юбилейын билдәләйәсәк

Байрамға әҙерлек башланды ла инде

Ағымдағы йыл Яңауыл халҡы өсөн ҡалаға нигеҙ һалыныуына 30 йыл тулыу менән иҫтәлекле. Ҡала урамдарында торлаҡ-коммуналь предприятиелары көсө менән барлыҡҡа килгән арт-объекттар күренә башланы.
Әйтәйек, Азин һәм Некрасов урамдары киҫелешендә юбилей архитектура формаһын “УЖКХ” һәм “Управ Дом” идара итеүсе компаниялары урынлаштырҙы. “Яңауыл электр селтәрҙәре” хеҙмәткәрҙәре үҙ ойошмаһы эргәһендә яҡтыртҡыстар ҡуйып, энергетиктар аллеяһы ултыртты.
Әгәр ҙә элек унда бушлыҡ булһа, хәҙер нарат ағастары үҫәсәк, шулай уҡ алмағас һәм груша үҫентеләре ултыртыласаҡ. Улай ғына ла түгел, ойошма планында киләсәктә лә был территорияны төҙөкләндереү, уны кесе архитектура формалары, яҡты иллюминациялар менән биҙәү һ.б. ҡаралған.
— Ғәҙәттәгесә, ҡыҙыҡ һәм шәп килеп сыҡты, — тип билдәләй ҡала хакимиәте башлығы Фирҙәүес Миндияров. — Дөйөм алғанда, торлаҡ-коммуналь хужалығы, “Яңауыл электр селтәрҙәре” коллективтары һәм шәхсән уларҙың етәкселәре Роман Сәхрәтов, Руслан Йосопов, Дмитрий Анисимов ҡала һәм уның халҡы өсөн бик күп эштәр башҡара. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ойошмаларҙы, күп фатирлы йорт хужаларын һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙе яратҡан ҡалабыҙ байрамына әҙерлек барышына ҡушылырға саҡырам.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, шул иҫәптән халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итеүсе программаларҙа төбәк әүҙем эшләй.
Читайте нас