Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә «Беҙ бергә» ойошмаһы асылды

Быйыл яҙ Ағиҙел ҡалаһында "Беҙ бергә" тип аталған инвалидтар һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләренең региональ йәмәғәт ойошмаһы асылды.

"Беҙ бергә" коммерицияға ҡарамаған ойошманы 2020 йылдың аҙағына теркәгәйнеләр. Ҡала хакимиәте ойошма өсөн 300 квадрат метрлыҡ бүлмәләр бирҙе. Ул бүлмәләрҙе өлкәндәр һәм балалар бергә йыйыштырып, ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн йыһазланы.
Бында гимнастика, сәнғәт менән шөғөлләнеү бүлмәһе һәм сәй бүлмәһе бар. Инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән профессиональ педагогтар һәм ирекмәндәр шөғөлләнә. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренең үҙ балалары ла ошо категорияға ҡарай.
Апрель айы аҙағында ойошманы асыу тантанаһы үтте. Бүлмәләрҙә асыуҙың символик таҫмаһын ҡала хакимиәте башлағы Фәнис Ғилванов һәм ойошма рәйесе Лия Сәхибгәрәева киҫте. Ҡала ойошмалары һәм учеждениелары етәкселәре ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, төрлө бүләктәр алып килде. Бында йөрөгән балалар үҙ сираттарында үҙҙәренең ижад емештәрен күрһәтте, концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Бындай ойошмалар йәмғиәткә инвалидтар проблемаларына иғтибар итеү өсөн, уларҙың рух көсө, маҡсатлылыҡ һәм ныҡышмалылығынан илһам алыу өсөн кәрәк.
Читайте нас