Ҡурай
+16 °С
Ясно

Путин Ҡазан мәктәбендәге атышты ҡотосҡос бәлә һәм вәхшиҙәрсә енәйәт тип атаны

Дәүләт башлығы Ҡазанда ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән бөтә ғаиләләр кәрәкле ярҙам аласағын вәғәҙә итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡазанда ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә, мәктәптә атышта балаларҙың һәләк булыуын ҡотосҡос бәлә һәм вәхшиҙәрсә енәйәт тип атаны.
“Кәңәшмәне Ҡаҙанда күптән түгел булған фажиғәнән башлайбыҙ. Белеүегеҙсә, ике көн элек ҡотосҡос бәлә булды. 175-се гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары вәхшиҙәрсә ҡылынған енәйәт ҡорбанына әүерелде”, — тине дәүләт башлығы кесаҙна көндө, 13 майҙа, хөкүмәт кәңәшмәһен асып.
Сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, ул һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙы һораны. Президент бының билдәһе итеп, урынынан торҙо.
Путин билдәләүенсә, был фажиғә, һис шикһеҙ, бөтәһен дә тетрәндерҙе. “Ауыр көндәрҙә Ҡазан халҡы менән, Татарстан менән бөтә Рәсәй булды һәм әле лә шулай”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә ихлас ярҙам һүҙҙәре еткерә һәм Ҡазан халҡының ҡайғыһын үҙенеке кеүек ҡабул итә.
“Тағы ла бер тапҡыр һәләк булыусыларҙың туғандарының, иң ҡәҙерле кешеләрен — балаларын, ейәндәрен, яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам”, — тип йомғаҡланы Путин.
Дәүләт башлығы Ҡаҙанда ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән бөтә ғаиләләр кәрәкле ярҙам аласағын вәғәҙә итте.
Фото: Кремль сайты
Читайте нас