Ағиҙелдә ғаилә традицияларын һаҡлауға, ата-әсәләр компетенцияларын арттырыуға, ғаилә-юл фажиғәләрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар үтте.
14 майҙа ҡалала «Хәүефһеҙ юл – бәхетле ғаилә» акцияһы үтте. «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ инспекторы менән берлектә ҡала урамдарында водителдәргә автомобилдә балаға хәүефлек ҡайышын тағырға өндәгән флаерҙар тараттылар.
14-15 майҙа республикала «Беҙ халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» акцияһы үтте. 14 майҙа Ағиҙелдә Альберт Сәғдәткиреев менән Елена Латыпова законлы никахын теркәне. Уларҙы «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Нәфисә Хәйҙәрова ҡотлап, ҡиммәтле бүләк һәм Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты һәм Ғаилә, хәеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы исеменән «Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» тигән ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.
15 майҙа «Яҡтылыҡ фонтаны» арт-объекты майҙансығында «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары тарафынан әҙерләнгән ял кисәһе үтте.