Ҡурай
+15 °С
Дождь

Ағиҙелдә балалар өсөн музей эшләй

19 майҙа Халыҡ-ара Музейҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә эшләп килгән тыуған яҡты өйрәнеү музейында балалар өсөн экскурсиялар ойошторолдо.

Музейҙың ҙур өлөшөн Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған экспозициялар биләй. Бында Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Советтар Союзы Геройы Абдулла Шаһиев тураһында бихисам материалдар тупланған. Шулай уҡ музейҙа күп кенә ғаилә ҡомартҡылары – өсмөйөшлө һалдат хаттары, похоронкалар, фронт гәзиттәренән киҫеп алынған мәҡәләләр, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләгән документтар.
Һуғыш ветерандарын яҡын белгән кешеләр менән аралашыу балаларҙа тәрән тәъҫораттар ҡалдыра. Ағиҙел ҡалаһы урынында булған ауылдарҙан яҡташтарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышының төрлө фронттарында һуғышҡан. Бындай экскурсиялар ата-бабаларҙың батырлығын белеү өсөн балаларға үтә лә фәһемле.
Читайте нас