Ҡурай
+23 °С
Облачно

Ағиҙелдә "Таҙа яр" акцияһы үтте

Йыл һайын һыу инеү сезоны башланыр алдынан тәбиғәт һөйөүсе ағиҙелдәр Апаиш йылға8ы ярын һәм ҡала пляжы территорияһын сүптән таҙарта. Быйыл да "Таҙа яр" акцияһы 21 майҙа үтте.

Акцияла ҡаланың ойошма һм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ирекмәндәр ҡатнашты. Мәҫәлән, "Әүҙем оҙон ғүмерлелек клубы" ағзалары пляжда гимнастика яһай башларға ниәтләй, шуға ла улар акцияла һөйөнөп ҡатнашты. Шулай уҡ инвалидтар һәм уларҙың ата-әсәләре ойошмаһы ағзалары ла бындай эштән ситтә ҡалмай. Физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, граждандарҙы яҡлау, мәҙәниәт бүлектәре, "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге, китапхана, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бер нисә ҡапсыҡ сүп йыйҙы. Ҡайһы берәүҙәр балалары менән килде, сөнки шәхси өлгө күрһәтеү - тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә иң яҡшы сара. Кинәт яуа башлаған ямғыр ҙа таҙалыҡ һөйөүселәргә ҡамасаулыҡ итмәне, сүп йыйылып, бер урынға тупланды.
Читайте нас