Ҡурай
+7 °С
Ясно

Яңауылда Эйфель башняһы барлыҡҡа килде

Ҡала юбилейына — эшҡыуар бүләге

Яңауылдың 30 йыллыҡ юбилейына эшҡыуар Салауат Ниғәмәтуллин шундай бүләк яһаған. Эйфель башняһы уның шәхси аҡсаһына төҙөлгән.
Кесе архитектура формаһы эшҡыуарҙың хеҙмәт коллективы эшселәре тарафынан эшләнгән. Башня Йәштәр һарайы һәм Азин урамында урынлашҡан балалар поликлиникаһы араһындағы майҙансыҡта урынлашасаҡ. Объектты төҙөкләндереүгә шулай уҡ “Янаульские электросети” һәм “ЯнаулБлагоустройство” йәмғиәттәре лә йәлеп ителгән.
“Тиҙҙән Яңауылда Париждың мөхәббәт һәм романтика ҡалаһынан бер өлөш буласаҡ! Бәлки, был осрашыуҙар урыны һәм ҡаланың яңы фотозонаһы булыр”, — тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә райондың архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы Ирина Тажетдинова.
Читайте нас