Ағиҙелдәр Күршеләр көнөн билдәләне

Йола буйынса майҙың һуңғы көндәрендә Ағиҙел ихаталары гөрләп тора – бында Күршеләр байрамы үтә.

Был байрамды Торлаҡ-коммуналь хужалык управлениеһы, ҡала Советы депутаттары, йорт советтары рәйестәре бергәләп ойоштора. Сараларҙы үткәреүҙә "Иҙел" мәҙәниәт йорто артистары, "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм унда шөғөлләнгән балалар йәлеп ителә, физкультура-спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге лә ярҙамға килә. Ихаталарҙа концерт номерҙарын күрһәтәләр, бергәләп уйын-ярыштарҙа ҡатнашып, күңел асалар. Аҙаҡ сәй табыны артында тәъҫораттар менән уртаҡлашалар.
Бындай сараларҙың маҡсаты бергәләп күңел асыу ғына түгел, күршеләр араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек булдырыу, сәләмәт тормош алып барыу, йәшәгән урынға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ла йүнәлтелгән.
Читайте нас