Ҡурай
+21 °С
Облачно

Яңауылдар осоусы яҡташыбыҙға мемориаль таҡта асырға ниәтләй

Уран ырыуы советының сираттағы ултырышында һүҙ ошо хаҡта барҙы

8 июндә район үҙәк китапханаһында Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин, Уран ырыуы башлығы Фәрит Минәжев, ауыл биләмәләре башлыҡтары, Совет ағзалары ҡатнашлығында Уран ырыуы советы ултырышы үтте. Ҡатнашыусылар эш планы, төньяҡ-көнбайыш диалектҡа ҡағылышлы мәсьәләләр, яҡташыбыҙ, Уран ырыуының легендар шәхесе, Бөйөк Ватан һуғышында осоусы Ғафур Шарыгинға мемориаль таҡта асыу тураһында фекер алышты. Туған телде һәм мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға, шәжәрә төҙөүгә ҙур иғтибар бирелде.
Фото асыҡ сығанаҡтан
Читайте нас