Ағиҙелдәр төҙөкләндереү территорияһын һайланы

Тауыш биреү аша 2022 йылда төҙөкләндереләсәк территориялар билдәләнде.

26 апрелдән 30 майға тиклем 2.gorodsreda.ru платформаһында төҙөкләндереү территорияларын һайлау буйынса тауыш биреү барҙы.
Тауыш биреүҙә Ағиҙелдән 1883 кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ике территория күберәк тауыш йыйҙы. Сәскәләр бульварын төҙөкләндереү өсөн 928 кеше тауыш бирҙе, 806 кеше Апаиш ярын төҙөкләндереү яҡлы булды.
Ошо ике территоррия 2022 йылда төҙөкләндереләсәк.
Читайте нас