Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 19:46

Путин хәрби уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы исемдәре Георгий залында яҙылғандарға тиңләшергә өндәне

Президент уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ауыр хеҙмәттәрендә уңыштар теләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Рәсәй Федерацияһы хәрби уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән осрашыуҙа уларға Ватанға намыҫ менән хеҙмәт иткән ата-бабаларына лайыҡлы булыуҙарын теләне. Был хаҡта 28 июндә Кремль матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Уның билдәләүенсә, сара үткән Ҙур Кремль һарайының Георгий залында бүлексәләрҙең атамалары һәм айырыуса айырылып торған һуғышсыларҙың фамилиялары урынлаштырылған.
“Был частәрҙә хеҙмәт иткән кешеләр Рәсәй мәнфәғәтенә батырлыҡҡа барғанда исемдәре йәки улар хеҙмәт иткән частәрҙең атамалары Кремль залдарының береһендә мәңгелеккә яҙылыр, тип уйлап та ҡарамаған. Юҡ, әлбиттә. Улар Ватанға хеҙмәт итеү тигән оло дәрәжә бирелеүен яҡшы аңлаған. Һеҙ был хөрмәткә, ата-бабаларыбыҙға лайыҡ булығыҙ!” — тип мөрәжәғәт итте Путин хәрби уҡыу йорттарын тамамлаусыларға.
Фото: Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми сайты.
Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас