Яңауыл районында битараф булмаған йәштәр — Динар Вәлиев, Илнар Гәрәев, Радис Хәсәнов, Илфир Хафизов, Руслан Сиражетдинов, Артур Хәкимов, Юлиан Сәхрәтов тырышлығы менән тағы ла бер шишмә төҙөкләндерелгән.
Бәҙрәш-Аҡтау ауылы эргәһе Дусай тауы аҫтында урынлашҡан тәбиғи сығанаҡ киң билдәлелек яулаған. Ул ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай, пар бөркөп, ағыуын дауам итә. Ауылдан сыҡҡан кешеләр үткәндәрен иҫкә алырға, уйҙарында бала саҡ һәм йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтырға бирегә килә...
Йәштәр, башҡарылған эш райондың был матур мөйөшөндә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы оҙаҡ йылдар дауамында һөйөндөрөр, тип өмөтләнә.