Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә, республикала “Һанлы технологиялар” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Учалы районында “Уңайлы интернет” республика программаһына ярашлы, Абҙаҡ, Ҡалҡан, Ҡоҙаш, Рәсүл, Илтабан, Ҡунаҡбай ауылдарында йәшәүсе 1600 шәхси йорт юғары тиҙлектәге интернет селтәренә һәм һанлы сервистарға тоташты.
“Райондың алты ауылында яңы оптик селтәрҙәрҙе төҙөүҙе тамамланыҡ. Бында йәшәүселәр бушлай юғары тиҙлектәге интернет, интерактив телевидение һәм телефония менән ҡуллана аласаҡ”, – ти “Башинформсвязь” йәмғиәте хеҙмәткәре Сергей Чирков.
Төҙөлөштә ҡулланылған “Йортҡа - оптика” заман технологияһы бер линияға бер-нисә хеҙмәтте тоташтырырға мөмкинселек бирә: 300 Мбит/с тиҙлектәге интернет, “Ростелеком”дан интерактив телевидение һәм телефония. Wi-Fi-роутер бушлай бирелә. Ҡулланыусылар өҫтәмә рәүештә “Видеокүҙәтеү” сервисына ла тоташа алалар.
Йыл аҙағына тиклем республиканың 262 тораҡ пунктында оптик селтәрҙәр төҙөләсәк һәм 100 мең кеше заманса бәйләнеш саралары менән файҙаланасаҡ, тип күҙаллана.
Фото: Учалы районы хакимиәәте сайтынан.