Бөтә яңылыҡтар

“Ата-бабалар ауазы” проекты — Яңауылда

Халыҡтар дуҫлығы йорто проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла

28 июндә район үҙәк китапханаһында “Ата-бабалар ауазы” проекты сиктәрендә тәүге республика сараһы үтте. Уның кураторы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Нурия Иҡсанова сараны асып, яңауылдар, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкилдәре булараҡ, бөтә башҡорт халҡының тормошона йоғонто яһауҙарын билдәләне.
— Ырыуҙар йыйындарын тергеҙеү, башҡорт халҡының диалекттарын өйрәнеү — былар бөтәһе лә урындағы халыҡтың үҙ тамырҙарын белергә теләүе менән бәйле. Ихтыяж бар икән, яңы асыштар, проекттар ҙа буласаҡ, — тине ул үҙ сығышында.
Ҡатнашыусылар алдында проект спикерҙары: “Без башкортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте лидеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе Радик Бәхтиев, Туймазы районында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил үҙ сығыштарында йәнтөйәктәре менән бәйле тарихи факттар тураһында һөйләне.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм бындай осрашыуҙарҙың дауамлы булырына ышаныс белдерҙе. Район үҙәк китапханаһы етәксеһе Гөлнара Вәлиева төньяҡ-көнбайыш диалектын эштә ҡулланыу өсөн документаль рәсмиләштерергә тәҡдим итте һәм халыҡ өсөн уңайлы һәм файҙалы мәғлүмәт биргәндәре өсөн ойоштороусыларға, сығыш яһаусыларға рәхмәт әйтте.
Халыҡтар дуҫлығы йорто проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды тарафынан тормошҡа ашырыла. Ул башҡорттарҙың тарихы, теле тураһындағы лекциялар циклынан тора. Әйткәндәй, улар республикабыҙҙа ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙә лә үтәсәк.
Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас