Яңауылда тимер юлдары аша йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөлөшө дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” менән дөйөм концепцияға индерелгән һәм берҙәм милли стилдә башҡарыла. Эштәрҙе “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте финанслай. Әйткәндәй, был Рәсәйҙә бәләкәй ҡалала төҙөлгән тәүге күпер буласаҡ.
Яңауыл станцияһы башлығы Рудольф Санников әйтеүенсә, бындай объекттар Ҡазанда, Екатеринбургта һәм башҡа миллионлы ҡалаларҙа бар.
Мәскәүҙең “Промстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — подрядсы, төҙөлөш ойошмаһының өлкән прорабы Андрей Чумейко әйтеүенсә, тимер-бетон күпер ябыҡ буласаҡ.