Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған “Атайсал” социаль проекты буйынса Яңауыл районында 15 проект тәҡдим ителгәйне, уларҙың бер ни тиклеме тормошҡа ашырылған да инде, береһе — әүҙем башҡарыу кимәлендә.
Проекттарҙың һуңғылары араһында Орловка ауылында “Һалҡын шишмә”не төҙөкләндереү ҙә бар. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев был эштәрҙе башҡарыуҙа спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте.
— Беҙ был проектҡа һәм, әлбиттә, беҙҙең округтан депутат Константин Борисович кеүек битараф булмаған кешеләр булыуына сикһеҙ шатбыҙ, — ти Орловка ауыл биләмәһе башлығы Любовь Шамшурина. — Шишмәгә капиталь ремонт талап ителә ине. Июнь аҙағында башланған реконструкцияны киләһе аҙна урталарына тамамларға ниәтләйбеҙ. Шишмә эргәһендә урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар ял итһен өсөн башҡарылған эштәр уңайлы биләмә булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Орловка ауылы халҡы көсө менән бәләкәй өй урынлаштырылған, ҡыуаҡтар ҡырҡылған һәм әйләнә-тирәлә сүп үләндәре сабылған, шишмә үҙәне тәрәнәйтелгән һәм таҙартылған. Шулай уҡ яңы ҡултыҡсалар ҡуйылған, тротуар плиткәһенән яңы юл барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, тиҙҙән бирелә беседка, шишмә исеме яҙылған арка урынлаштырыласаҡ.