Радий Хәбиров Николо-Березовка ауылының төҙөкләндереләсәге тураһында әйтте

Һүҙ район үҙәгенең тарихи өлөшө тураһында бара.

Радий Хәбиров Николо-Березовка ауылының төҙөкләндереләсәге тураһында әйттеРадий Хәбиров Николо-Березовка ауылының төҙөкләндереләсәге тураһында әйтте
Радий Хәбиров Николо-Березовка ауылының төҙөкләндереләсәге тураһында әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Краснокама районында Николо-Березовка ауылын төҙөкләндереү тураһында һөйләне.

Һүҙ район үҙәгенең тарихи өлөшө тураһында бара. Ауыл Кама йылғаһы ярында, Удмурт Республикаһы менән сиктәш урынлашҡан. Бай тарихлы боронғо ауыл үткән йыл 470 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

“Беҙҙең бурыс — был тарихи матурлыҡты һәм үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу. Ауыл РФ Төҙөлөш министрлығының бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. “Өйгә ҡайтыу” проекты сиктәрендә Николо-Березовканың тарихи мөхитен тергеҙәсәкбеҙ һәм кәрәк булған урындарын бик һаҡ ҡына заманға ярашлы итеп төҙөкләндерәсәкбеҙ. Ауылдың туристик потенциалы бик ҙур һәм беҙ ҡунаҡтар килеренә әҙерләнәбеҙ”, — тип яҙҙы республика Башлығы. 

Хәҙерге ваҡытҡа бәләкәй быуа, балалар майҙансығы урынлашҡан Никольский сиркәүе эргәһендәге сквер төҙөкләндерелгән. Түңәрәк өҫтәл, йәйәү йөрөү зоналары һәм пирс менән понтон әҙер. Әле юл эштәре һәм амфитеатр төҙөлөшө бара. Йыл аҙағына бөтә эштәр ҙә тамамланырға тейеш.

Автор:
Читайте нас